top of page

1 ОКТЯБРЬ - ОЛОЛАР КӨНӨ.

Ҡартлыҡ килә үксәләргә баҫып, Әсәйемде хәҙер аңлайым: “Йәш ғүмерҙәр ул нисек тә үтә, Ҡартлығыма бәхет һорайым”. Йәш кешегә бәхет нимә инде? Бил ауыртмай, аяҡ һыҙламай, Бөтә эште үҙем эшләй алам, Бер кемдән дә ярҙам һорамай. Йәш кешегә бәхет – һаулыҡ түгел, Бәхет өсөн кәрәк мөхәббәт! Ҡартлыҡ килгәс, хатта үҙ балаңа Бағаң икән, көтөп мәрхәмәт. Йылы һүҙгә, яҡты йөҙгә мохтаж Ҡартлыҡ килә баҫып үксәгә. Миңә генә түгел, ул һиңә лә, Һәммәбеҙгә килә. Иртәгә, Ул иртәгә генә. Ә бөгөнгә Уй-хыялда бары мөхәббәт. Йәшлегебеҙ теләй үбеп-ҡосоу, Ҡартлығыбыҙ һорай мәрхәмәт. Ҡартлығыбыҙ ҡарай мөйөш аша Икеләнеп, ҡурҡып, һаҡ ҡына… Миһырбанлы, зинһар, булайыҡсы, Килер ҡартлығыбыҙ хаҡына! /Фирүзә АБДУЛЛИНА/









Comments


bottom of page