Поиск
Атинган мэзэниэт йортонда.
Кисэ 25.01. , Атинган мэзэниэт йортонда беҙ халҡыбыҙҙың матур байрамын -“Кис ултырыу “ йолаһын ҡарарға йыйылдыҡ. Кис ултырыу – кис көнө ҡыҙҙар йыйылышып ҡул эштәре эшләгәндәр: сигеү сиккәндәр,шәл бәйләгәндәр, йөн иләгәндәр,ауыл хәбәрҙәре һөйләшкәндәр,уйын-көлкө булған.Һуңыраҡ егеттәр ҙә килде , улар бильярд уйнаны.Ысынлап та,беҙҙең арабыҙҙа бик оҫта апайҙар,еңгәйҙәр бар.Улар "һә" тигәнсә бер пар бирсәткә,йәки "тапочка" бәйләп тә күрһәтәләр,матур итеп ултырғыс түшәктәре ҡорап ҡуялар.Кис ултырыуҙа башҡорт халыҡ йырҙарына,мәҡәлдәренә байҡау яһаныҡ, мәҙәни мираҫ йылына пландар ҡорҙоҡ.
Шулай уҡ, ҡул эштәре менән кис ултырыуҙарҙы яңынан тергеҙеп, йышыраҡ осрашып, тәжрибәләр менән уртаҡлашып торорға һөйләшеп таралыштыҡ.
Comments