top of page

Белгән өйрәтә, белмәгән өйрәнә.

Белгән өйрәтә, белмәгән өйрәнә. “Нур” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубында мөмкинселектәре сикләнгән балаларҙы тәрбиәләгән әсәйҙәргә оҫталыҡ дәрестәре үткәреү матур йолаға әйләнде. Сираттағы осрашыуыбыҙ “Белгән өйрәтә, белмәгән өйрәнә” тип аталды . Башта социаль педагог һаулыҡты нығытыу өсөн күнекмәләр үткәрҙе. Артабан Өфө ҡалаһында үткән принцессалар балында ҡатнашҡан әсәйҙәр күңелдә оҙаҡҡа ҡалырлыҡ, иҫ киткес сара тураһында тьәҫораттары менән уртаҡлашты. Ә инде Гөлсирә Хәкимова Иҙелдең балалар өсөн “Бирешмә”беренсе үҫмерҙәр премияһының “Телеңде үҫтер” номинацияһының махсус призына лайыҡ булыуы тураһында һөйләне. Улар был республика кимәлендәге саралар юғары кимәлдә ойошторолоуы, һәр бер балаға иғтибар бүленеүе һәм әсәйҙәрҙе бындай сараларҙан ситтә ҡалмай балаларын әүҙем ҡатнаштырырға саҡырҙы . Осрашыуҙың икенсе өлөшөндә Әбүбәкир ауылынан Миңлегөл Зиянгирова “Терпекәй” тәмлекәсен бешерер күрһәтһә, Аҡъяр ауылынан Таңһылыу Байғабулова махсус ептән ырғаҡ менән мунса йыуғысы бәйләргә өйрәтте. Педагогтар үткән байрамдар менән ҡотлап барыһына ла бүләктәр тапшырҙы. Бындай осрашыуҙарҙа әсәйҙәр оҫталыҡтары менән бүлешеп, яҡындан танышып , аралашып , күтәренке кәйеф менән таралыша.






Comments


bottom of page