Бөгөн Хәйбуллалар башҡорт теленән «Еңеү диктанты» яҙҙы!
Патриотик акция онлайн һәм оффлайн форматтарҙа уҙғарылып, унда хәйбуллалар менән бер рәттән Ырымбур өлкәһенең Гай, Ҡыуандыҡ райондарынан башҡорт теле, ил тарихы менән ҡыҙыҡһынған, битараф булмаған биш йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты. Диктантты Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, билдәле актер һәм режиссер, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев уҡыны. Диктант өсөн Йыһат Солтановтың әҫәренән «Беҙ ҙә Еңеү яулаштыҡ!» тигән өҙөк алынды. Башҡа төбәктәрҙәге рухлы милләтәштәребеҙ диктантты интернет селтәре аша ойошторолған онлайн трансляция аша яҙһа, Аҡъярҙа Үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы был сараны ойоштороу урынына әүерелде. Сараның маҡсаты – башҡорт телен танытыу, уның кимәлен күтәреүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу,теләге булған һәр кемгә диктант барышында үҙенең белем кимәлен билдәләү мөмкинлеген биреү. Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләһенә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, уны өйрәнеүгә ылыҡтырыу ҙа тәүмаҡсаттарҙың береһе булып тора. Сара Бөйөк Еңеүҙең 76 йыллығына арналды.
Comments