Кем әйтһен ил ағаһына 90 йәш тип?
- Хакимова Гульсира
- 30 нояб. 2021 г.
- 3 мин. чтения
Бөгөн, 19 ноябрҙә, Аҡъяр ауылында йәшәүсе ҡәҙерле ҡартатайыбыҙ Ғибат Зәйнулла улы Аллабирҙин үҙенең оло юбилейын ҡаршылай.

19 ноябрҙә Аҡъяр ауылында йәшәүсе ҡәҙерле ҡартатайыбыҙ Ғибат Зәйнулла улы Аллабирҙин үҙенең оло юбилейын 90 йәшен ҡаршылай. Тыуған бишеге-- матурлығы менән мәғлүм булған Быҙаулыҡ йылғаһы буйында урынлашҡан Үрге Сәлим ауылы.
Ғибат ҡартатайымдың тормошонда бик йәштән ҡайғы елдәре иҫә. Бала сағы Бөйөк Ватан һуғышына тура килгәс, уны һуғыш михнәттәре урап үтмәгән, колхозда hыйыр, үгеҙ егеп ҡыш көнө ҡырҙан бесән ташыу, ер hөрөү, ҡул менән иген сәсеү, ураҡ менән иген урып көлтә бәйләү, молотилка менән иген hуғыу hәм башҡа ауыр эштәрҙә ҡулынан килгәнсә ярҙам иткән. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәйенсә тырыш егет белемгә ынтыла һәм урта мәктәпте тамамлай.
Хеҙмәт юлын 1952 йылда район финанс бүлегендә бухгалтер булып башлай. Илебеҙҙә сиҙәм hәм ҡалдау ерҙәрҙе үҙләштереү башланғас, МТС-тарҙа төбәк төркөмдәре ойошторола, hәм уны КПСС район комитеты секретаре, зона инструкторы итеп тәғәйенләйҙәр. Һуңынан Һарыкүл МТС-ына комсомол райкомының төбәк инструкторы итеп күсерәләр. Сиҙәмселәрҙе Өфөнән, Саранан ҡабул итеп, дүрт колхоз, бер совхоз төҙөйҙәр. Ошо колхоздарҙа кукуруз үҫтереү, малсылыҡ фермаларында йәштәр бригадаhы звенолары төҙөп, бергәләп ең hыҙғанып тырышып эшләйҙәр.
1956 йылда Матрай районы бөтөрөлгәс, Һарыкүл төбәге Хәйбулла районы ҡарамағына күсерелә. 1957 йылда МТС-тар тарҡалғас, колхоздарҙы совхоздарға ҡушалар. Ғибат Зәйнулла улын “Аҡъяр” совхозына комсорг итеп тәғәйенләйҙәр. Ҡәҙерлебеҙ булмышы менән йәмәғәт эштәрен ярата, шул йылдарҙа совхозда үҙешмәкәр, спорт түңәрәктәре ойоштороп, улар менән етәкселек итә. Ике йыл комсомол секретаре булып эшләгәндән hуң, уны Хәйбулла райкомының партия комитетына инструктор вазифаhына эшкә саҡыралар. 1962 йылда КПСС үҙәк Комитетының март Пленумында райкомдар бөтөрөлгәс, улар урынына парткомдар барлыҡҡа килә. Оҙаҡ йылдар партия системаhында эшләгәндәрҙе ауыл хужалығы тармағына эшкә ебәрәләр. Ҡартатайымды “Хәйбулла” совхозының Хоҙайбирҙе бүлексәhенә идарасы итеп тәғәйенләйҙәр. Шул йылдарҙа белем күтәреү маҡсаты менән ике йыл Силәбе партия мәктәбендә уҡып, уңышлы тамамлай.
1968 йылда Ғибат Зәйнулла улын Калинин исемендәге колхоз рәйесе итеп тәғәйенләйҙәр. Ошо осорҙа Байғусҡар ауылында яңы клуб, колхоз контораhы, мәктәп, мал аҙбарҙары, кормоцех, гараж, оҫтахана, колхозсы ғаиләләре өсөн йорттар, Переволочан бригадаhында hарыҡ, йылҡы, hыйыр малы өсөн кәртә-ҡура, иген келәттәре төҙҙөлә. Ике ауылда ла hыу мәсьәләhе хәл ителә. Колхоз хөкүмәте ит, hөт, йөн тапшырыу пландарын арттырып үтәй, алдынғы хужалыҡтар иҫәбендә була. Ҡартатайым ошо йылдарҙа эшләгән осорон ғорурлыҡ менән иҫкә ала, хәҙерге ваҡытта ошо ауылдарҙың хәлен күреп йәне әсей.
1975 йылда Ғибат Зәйнулла улын район үҙәгенең Фрунзе колхозына баш агроном итеп күсерәләр. Һуңынан иген ҡабул итеү предприятиеhы начальнигы урынбаҫары, ауыл хужалығы идаралығында баш агроном булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Хаҡлы ялға сыҡҡас, Аҡъяр ауыл Советы ауыл биләмәhенең ветерандар ойошмаhы рәйесе, комитет ағзаhы булараҡ та байтаҡ эштәр башҡара. Уның хеҙмәте дәүләт тарафынан юғары баһалана. “Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн” (1957 йыл), “Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн. В.И.Лениндың тыуыуына 100 йыл тулыуға ҡарата” (1970), “Хеҙмәт ветераны” (1981), “1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” (1994) миҙалдары, шулай уҡ 1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙең 50, 60, 65, 70, 75 йыллығына ҡарата юбилей миҙалдары, “Социалистив ярыштар еңеүсеһе” билдәһе (1973, 1980 йылдар), Почет грамоталары менән бүләкләнә.
1957 йылда Таштуҫай ауылы ҡыҙы Рәҡиә менән өйләнешеп, бергә 60 йыл донъя көттөләр. Дүрт балаға ғүмер биреп, теләгән һөнәрҙәре буйынса уҡырға ярҙам итеп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙылар.
Ҡартатайым районда хөрмәтле кешеләрҙең береһе. Бөгөнгө көндә ул бәхетле атай, ҡартатай - балалары һәр саҡ янында, ярҙам итеп торалар, 9 ейән-ейәнсәре, 10 бүлә-бүләсәләре “ҡартатай” тип өҙөлөп тора.
Ҡәҙерлебеҙ оло йәштә булыуына ҡарамай, гөрләтеп донъя көтә: hарай тултырып йылҡы малы тота, ҡош-ҡорт аҫрай, яҙ етеү менән баҡсаһын әҙерләп, йәшелсә сәсеп үҫтерә. Уның үҫтергән виноградтары, абрикостары һәм башҡа емеш-еләктәре кемде генә һоҡландырмай. Ә баҡса еләге иртә йәйҙән алып беренсе ҡар төшкәнсе ҡыҙарып бешә.
Ҡартатайым дин юлында. Уның уҡыған доғалары беҙгә көс, йәшәү дәрте өҫтәй. Әйткән һүҙҙәре беҙгә тормош һабағы булып тора. Ул беҙҙе тормош ауырлыҡтарынан ҡурҡмаҫҡа, яуланған бейеклектәр менән маһаймайынса, һәр ваҡыт алға ынтылырға, шатлыҡта ҡыуанырға, ауыр саҡтарҙа көс табып йәшәргә өйрәтә. “Тормош шул тиклем матур, йәшәйем, эшләйем тигән кешегә бөтә мөмкинлектәр бар!” – ти хөрмәтле кешебеҙ.
Юбилейың ҡотло булһын, муллыҡта, бәрәкәттә йәшәргә яҙһын, тыуыр таңдарың тыныс, һаулығың ҡоростай ныҡлы булһын.
Күптәргә үрнәк булып 100 йәшкә тиклем йәшә лә йәшә әле!
Иң изге теләктәр менән балалары һәм туғандары исеменән ейәнсәрең Гөлназ Ҡарабаева.
תגובות