top of page

Кәкүк сәйе.

Кәкүк сәйе һәм ямгыр теләү борондан килгән матур йола. Ул ғәҙәттә май айында үткәрелә.

Кәкүк – башҡорт мифологияһында изге ҡош, шулай уҡ шомло, бәләле булып һаналған, уны ризалаштырыу өсөн махсус йола – Кәкүк сәйе йолаһы үткәрелгән.

Ер ҡарҙан әрселеп, йәшеллеккә күмелә башлағас, тәүге кәкүк тауышы ишетелгәс, ҡатын-ҡыҙ, бала-саға йыйылышып тәбиғәткә сыға. Аш-һыу әҙерләп, самауыр ҡайнатып табынға ултырышҡас, өлкән йәштәге апай-инәйҙәр йылдың матур килеүен, ашлыҡ-бесәндең уңыуын, илгә ырыҫ ҡуныуын, халыҡҡа иман ҡайтыуын теләп доға уҡый, күрәҙәлек ҡыла. Аштан һуң йола буйынса бер юлы хоҙайҙан ямгыр теләп,һыу һибешеп ҡомғанға таш тултырып һыуға һалып ҡалдыралар.


 
 
 

Comments


© Все права защищены

 ЕЖЕНЕДЕЛЬНУЮ РАССЫЛКУ 

Телефон для связи:

+7 (34758) 2-14-38

Мы в социальных сетях

  • Vkontakte Social Иконка
bottom of page