Молодежно-подростковый клуб "НУР".
Башҡорт ҡатын – кыҙҙары элек электән ҡул эшенә маһир булған.Сигеү, бәйләү, балаҫ һуғыу , йөн иләү кеүек эштәрҙе һәр ҡатын – ҡыҙ ҙур теләк менән башҡарған.
Ә хәҙерге заманда ҡул эштәренә ҡыҙыҡһыныу бармы икән ? Әлбиттә ! Ҡул эштәренең ниндәй генә төрҙәре юҡ интернет селтәрендә , теләгең генә булһын !
Район инвалидтар ойошмаһында мөмкинселектәре сикләнгән балалаларҙы тәрбиәләгән әсәйҙәр сираттағы оҫталыҡ дәресенә йыйылды. Осрашыуҙы «Нур” йәш үҫмерҙәр клубы педагогы
Ф.Ә. Бикбова һаулыҡты нығытыу буйынса файҙалы кәңәштәр менән бүлеште, күнегеүҙәр эшләтте,буклеттар таратты. Артабан район инвалидтар ойошмаһының “Оҫта ҡулдар” ағзаһы Х. Солтанова сағыу төҫлө ептәрҙе үреү ысулы менән салфеткалар эшләргә өйрәтте. Ҡатнашыусылар ҙур тырышлыҡ менән оҫталыҡ серҙәренә төшөндө. Бындай шөғөл кәрәкле әйбер ҙә, матур бүләк тә һәм күңелгә ял да бирә. Медицина ла ҡул эштәренең организм өсөн ифрат файҙалы шөғөл икәнлеген иҫбатлай.
Commentaires