top of page

Молодежно-подростковый клуб "НУР"

Яҙ – ҡатын-ҡыҙҙан башлана. Йәнендә һөйөү гөлдәре үҫтергән, наҙлы, иркә һүҙҙәр йөрөткән аҫыл заттан. Сөнки ҡатын-ҡыҙ донъяға кеше бүләк итә, уның һулышынан тормош йәшәрә, ғүмер усағы мәңге һүнмәҫ булып яна. Шуға күрә хаҡлы рәүештә, 8 март Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө тип билдәләнә. Донъяла был байрам 1910 йылдан бирле билдәләнә.Икенсе халыҡ-ара конференцияһында эшселәр хәрәкәтененең күренекле эшмәкәре Клара Цеткин тәҡдиме буйынса үткәрелә башлай. Беҙҙең илебеҙҙә1913 йылдан билдәләнә.

3 март көнө мөмкинселектәре сикләнгән балаларҙы тәрбиәләләгән әсәйҙәргә “Яҙҙар матур ҡатын-ҡыҙҙар менән” исемле ял кисәһе ойошторолдо. Был осрашыу йыр-бейеү, уйындар, ҡыҙыҡлы һорауҙар менән үрелеп барҙы.

Сара барышында ҡотлау һүҙҙәре менән “Нур” йәштәр һәм үҫмерҙәр клубы директоры Кәримова Илүзә Таһир ҡыҙы һәм район инвалидтар ойошмаһы етәксеһе Хәкимова Гөлсирә Сәлих ҡыҙы сығыш яһаны. Шулай уҡ ир-егеттәр ҡотлау һүҙҙәрен еткереп, байрамды музыкаль сәләм менән биҙәне.

Байрамда әсәйҙәр ебәргән фотоларҙан “Эй бала саҡ, бала саҡ , иркәле саҡ- наҙлы саҡ !”, “ Йәш ваҡыт-сәскә ваҡыт” исемле плакаттарҙан «Таныйһығыҙмы, был йөҙҙәрҙе ?» исемле табышмаҡ ҡатнашыусыларға уткәндәрен иҫкә төшөрһә, шарфты төрлө ысулдар менән бәйләү конкурсы матурлыҡҡа ынтылдырһа, йомаҡ- ребустар сисеү сәм ҡомарын уятты. Барыһына ла йәшлек йырҙары , бейеү ярыштары күңелдәренә хуш килде.Кисә сәй эсеү табыны менән тамамланды. Бындай саралар гүзәл заттарыбыҙ өсөн ихтибар, ихтирам һәм аралашыу сараһы булып тора.



Opmerkingen


bottom of page