top of page

Науруз байрамы.

Борон- борондан мосолмандар тормошта иң мөһим ваҡиғаларҙы ихлас күңелдән билдәләп үтә торған булған. Науруз байрамы ла шундай йолаларҙың береһе. "Науруз" - фарсы һүҙе, " яңы көн" тигәнде аңлата, төн менән көн яҙғы тигеҙләшкән осорона тап килә ул. Был байрам урамда йыр-бейеү, уйын- ярыштар, байрам сәйе ойошторола. Ил- йортҡа тыныслыҡ, ҡырҙарға мул уңыш, мал - тыуарға үрсем теләйҙәр. Бер-береһенә иң изге теләктәрен әйтәләр был байрамда.


20 март Оло әбеш ауылында " Науруз" байрамы үткәрелде. Урамыбыҙ дәртле музыка, балаларҙың шат тауыштары менән яңғырап торҙо. Ҡатын -ҡыҙҙар ойошмаһы ҡатындары ҡоймаҡ-бәлештәрен, бешергән тәмлекәстәрен алып байрамға сыҡты. Байрам алып барыусының Науруз байрамына арналған шиғыр юлдары менән башланып китте. Илгә именлек, хәйерле уңышлы йылдар, мал-тыуарға үрсем теләп теләктәр әйтелде. Яҙ тураһында һынамыштар әйттеләр ,йомаҡтар ҡойҙолар. Артабан төрлө уйын- ярыштарҙа ололар ҙа , балалар ҙа бик әүҙем ҡатнаштылар.

ree

ree

ree

ree

ree

 
 
 

Комментарии


© Все права защищены

 ЕЖЕНЕДЕЛЬНУЮ РАССЫЛКУ 

Телефон для связи:

+7 (34758) 2-14-38

Мы в социальных сетях

  • Vkontakte Social Иконка
bottom of page