Оҫталыҡ дәресе.
Сәләм,сәләм бөтәгеҙгәлә!!! Хәлдәрегеҙ нисек? Бөгөн шундай көн. Кемделер алдап шаяртҡандарҙыр, кемделер үҙҙәренең көләмәстәре менән эстәре ҡатҡансы көлдөргәндәрҙер, - тип уйлайым. Ярарҙа минең менән шаяртманылар. Мин тиҙ генә ышанып барам,шуға күрә әҙ - мәҙ һаҡ булырға кәрәк ,тип, ҡулыма яҙып алдым ҙур итеп "Алдаҡсы көн ", ышанма , - тип. Ҡулыма ҡарайымда көләм. Көлкө көнөн үҙемә үҙем ойошторҙом әле. Атыу бер йылы ныҡ отолдом. Бына шулайҙа була. Мин бөгөнгө көндөң үткәнен ҡыҫҡаса ғына яҙайым тиһәмдә оҙон һүҙгә төшәмдә китәм. Кесе йома көнө иртәнсәк хорға барҙым, ҡайтып тамаҡ ашанымда кружокка югерҙем. Кружок тигәнем баяғы сигеү түңәрәгенә йөрөйбеҙ. Теге юлы Мөслимә Бухарбаеваны оҫталыҡ дәресенә РДКға саҡырғандар ине, ә быныһы өйрәнеү кружогы. Икеһелә бер нимәне аңлата, әммә ләкин оҫталыҡ дәресе бер мәртәбә генә була айына шикелле саҡырыу буйынса. Ә өйрәнеү беҙҙең аҙна һайын була кесе йома көнө. Фотоға ҡарап әйтергә була күптәр ҡыҙыҡһына Мөслимә Бухарбаеваның оҫталығы менән. Хатта Уфимканан килгәндәр. Кисә берәү Первомайскийҙән сообщение ебәргән ине, килеп өйрәнергә буламы тип. Ҡасан , ҡайһы көндә, нисәлә тип, бөтә һораған һорауҙарына яуап яҙҙым, әммә ләкин уға график ваҡыты тура килмәй. Килеүен килерҙә ул, ә килгәс ҡайтыуы һуң булып китә, шуға уға иртәнсәктән булһа, төштән һуң ҡайтырға уңайлы булыр ине ти. Күптәр ҡыҙыҡһына ошо матур сигеү эше менән. Был бит Хайбулла районының иң беренсе оҫта ҡуллы Мөслимә Бухарбаеванан башланған эш бит инде. Мин пряжа менән бәйләгән оҫталарҙы күп беләм. Ә таҫма менән сиккән оҫталар юҡ шикелле. Беҙҙә иң матур таҫма эштәре тик Мөслимәлә генә тип уйлайым. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Эштең матурлығы оҫта ҡулдарҙа. Бөгөн шундай матур эштәрен алып килгәндәр. Тырышһаң килеп сыға тигән булалар. Уныһында беләм, әммә ләкин бөгөндә ҡабатлап әйтәм, минең килеп сыҡмай. Фәриҙә апай рамкаға матур итеп ҡуйып алып килгән. Рамкала шул тиклем матур күренә. Өйҙә эшләгән эшен алып килеп күрһәтте. 5-6 штук эшләп ташлаған. Уның әйтеүе буйынса был сигеү оҡшай, мин башлаһам еренә еткәнсе эшләргә тырышам, башлап,ташларға яратмайым ти. Капрон таҫманан мәк сәскәһен сиккән, ҡарап торһаң иҫең китәр ысын тере мәк сәскәһе.Уртаһындағы емеше ваҡ ҡына мәрйендән эшләнгән. Һүҙ менән аңлатып булмай ҡыҙҙарҙың эштәрен. Ә Фәниә Шарипова ҡайһы арала өлгөрәлер, сигеүелә бара, оҫта итеп сигеп алып килә, концерт - эстафета менән төрлө ауылдарға йөрөйҙәр, уның араһанда күлдәк тегә, Аҡъярға мәсеткә йөрөй ғәрәп дәресенә. Бөтә яҡтанда уңғанлығы күренеп тора. Ярар теләгең булғас бөтә ергәлә өлгөр бул инде - тигән булайым. Тағында бер апай тураһында яҙғым килә Хөмәйрә апай тураһында. Һыу буйында оҫта балыҡсы, ә бында оҫта сигеүсе, иҫем китә сигеүенә, очкийҙә кеймәй епте үткәрә. Һәр бер эштең матурлығы тырышлыҡта була шул. Күңелгә ятырға тейеш башлаған эшең. Уның сигеүе шул тиклем тигеҙ, матур килеп сыға. Эстән генә уйлап ҡуйҙым ул йәш саҡта тегеүсе булмаған микән, тип. Бына шуны әйткем килә ҡыҙҙар бөтәһелә тырыштар,афариндәр. Ҡулдарынан ҡот китмәһен. Иҫән һау булайыҡтар. Минең дә килеп сығып тора. Бөгөн алдаҡсы көнө бит,һеҙҙе алданым,шаярттым!!! Уйын - көлкөләр көндә булып торһон ауылдаштар!!! Бөгөнгө көн кемдәр нисек отолдо икән, шаяртыуҙар булды микән.
Comentários