top of page

Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө!

Хөрмәтле ауыл ҡатын ҡыҙҙары!!! Һеҙҙе Халыҡ-ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө менән ҡайнар ҡотлайым! Сәләмәтлек, оҙон ғүмер, балалар һәм ғаилә ҡыуанысы, шатлыҡтарға төрөнгән көндәр теләйем һеҙгә! Был көн БМО Генераль Ассамблеяһының 2007 йылдың 18-се декабрендә ҡабул ителгән ҡарары нигеҙендә быйыл 11-се тапҡыр билдәләнә. Башҡортостаныбыҙҙың ҡатын ҡыҙҙары, барығыҙҙы ла халыҡ - ара ауыл ҡатын-ҡыҙҙары байрамы менән!!! Һеҙҙең өсөн. Дөнъя бөгөн данға күмә Ауыл ҡатын-ҡыҙҙарын. Ир егеттәр бағышлайҙар Һеҙгә һөйөү йырҙарын ! Бер туҡтамай яңғыраһын Ҡатын-ҡыҙға дан йыры ! Тик шатланып ғүмер итһен Ауылдарҙың һәр ҡыҙы ! Ябай ҙа һеҙ, эшсән дә һеҙ, Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ! Данлай белһен, гел яратһын Һеҙҙе илдең улдары ! Һеҙҙең өсөн, һеҙгә генә Ир-егеттең йырҙары ! Һеҙгә хөрмәт, һеҙгә дан, Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ! Тимерхан Миңлеғәлиев #Международныйденьсельскихженщин #Халыкараауылҡатынҡыҙҙарыкөнө #УфаРЦНТРБ #Айыҡауыл2021#Трезвое село2021 #Хайбуллакультура2021 #МалоарслангуловскийСК



 
 
 

コメント


© Все права защищены

 ЕЖЕНЕДЕЛЬНУЮ РАССЫЛКУ 

Телефон для связи:

+7 (34758) 2-14-38

Мы в социальных сетях

  • Vkontakte Social Иконка
bottom of page