ХОҘАЙ БИРГӘН ХАЗИНА.
“Үлән йыя башлағаны бирле бер ҡап та сәй һатып алғаныбыҙ юҡ”, - тип башланы һүҙен Аҫылбикә апай Мәжитова. Аптырап киттем: нисек инде ҡара сәйһеҙ? Үҙебеҙҙе белгәндән бирле әбейҙәр һымаҡ сәйхурға әйләнеп бөткәнбеҙ. Һуңғы йылдарҙа хатта сәйҙең тәменән төрөн айырыу һәләтенә өлгәшелде. Башҡорт асыҡһа ла, сәй эсә, һыуһаһа ла, сәй эсә тигәндәре хаҡтыр. Тормошобоҙҙо ошо эсемлекһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ шул. Ә бына Аҫылбикә апайҙар ҡара сәйһеҙ көн итеүҙең тәжрибәһе менән дә уртаҡлаша ала. Баҡтиһәң, була икән. Аҫылбикә Абдулла ҡыҙы Мәжитова Хәйбулла районы Әбделнасир ауылында тыуып үҫә. Иҫәнгилде ауылы, Сиҙәм ҡасабаһы мәктәптәрендә уҡый, уны тамамлағас, Өфөлә медицина училищеһында белем ала, төп һөнәре –шәфҡәт туташы. ТУЛЫРАҠ - БЕҘҘЕҢ САЙТТА УҠЫҒЫҘ:
Comments