Хәрәкәтләнәһең икән, йәшәйһе
Әбүбәкерҙә скандинавса атлаусыларҙы осратыу ғәҙәти. Әбүбәкерҙәр таяҡтар ярҙамында скандинавса атлау өсөн ваҡыт табалар.
Көн һайын ҡатын-ҡыҙҙар ғына түгел, төрлө йәштәге ир-егеттәр ҙә йөрөргә сыға. Икешәр йәки күберәк төркөмдәргә бүленеп, көн дә үҙ маршруттары буйынса үтәләр. Көнөнә сәғәттән ашыу һәм унан күберәк ваҡытта әллә нисә саҡрым урайҙар.
“Айыҡ ауыл” республика бәйгеһе сиктәрендә, Сәләмәтлек һәм оҙон ғүмер йылы айҡанлы, Федоровка ауыл биләмәһе башлығы Н.Лебедеваның ҡарары буйынса, ауыл күп функциялы клуб хеҙмәткәрҙәре скандинавса йөрөүселәр менән осрашыу ойошторҙо. “Сәләмәт булыу модала” девизы аҫтында физкульт-күнегеүҙәр буйынса занятиелар үткәрелде.
#Трезвоесело2021 #Айыҡауыл2021 #селоАбубакирово #Хайбуллинскийрайон #Скандинавскаяходьба #Годздоровьяиактивногодолголетия #УфаМКРБ#УфаРЦНТРБ#ДеньЗимнихВидовСпорта
Трезвое село - село Абубакирово
Commentaires