Поиск
"Эх, быймаһы, быймаһы"
Бөгөн, 17 февраль көнө Әбүбәкер мәҙәниәт йортонда Ағинәйҙәр м-н осрашып "Эх, быймаһы, быймаһы" тигән сарала ҡатнашып ҡайттыҡ. Төрлө уйындар, конкурстар үткәрелде. Һәр кем үҙенең быймаһын матур итеп биҙәргә тырышҡан. Быймаларға баһа бирелде, һәр кем бүләк алды.
Бик күңелле булды. Ошондай матур сара үткәргән Әбүбәкер мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, Ағинәйҙәргә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Улар әҙерләгән йылы сәйҙәрен эсеп таралыштыҡ.
留言