"Ямғыр теләү" йолаһы.
"Ямғыр теләү" йолаһы. Йәнтҽш ауылы ҡатын-ҡыҙҙары, ямғыр теләү йолоһына сыҡтылар. Май башынан уҡ көндөң эҫетеүе бер яҡтан рәхәт булһа, икенсе яҡтан һағайтты - ҡоролоҡ булып ҡуймағайны... Ҡайһы бер төбәктәрҙә ололар теләккә лә сыға башланы. Сөнки ысынлап та, күңелде хәүеф тойғоһо биләй. Тирә-яҡта урман-яландар янған осраҡтар ҙа ишетелеп тора. Ямғыр теләү йолаһы-халҡыбыҙҙың борондан килгән йолаларының береһе. Кешеләр тәбиғәттең, һәр тәбиғәт күренешенең эйәһе һәм көсө булыуына ышанған, табынған. Шуға ла тәбиғәттең , йән эйәләренең рәнйеше төшөүҙән ҡурҡҡан, уны ҡәҙерләгән. Ямғыр, яу, яу, яу! Иген үҫһен тау, тау, Ваба сире булмаһын, Астан халыҡ үлмәһен, Яу, ямғырым, яу, яу! Ҡара тәкә һуйырмын, Башын һиңә ҡуйырмын, Майын үҙем ашармын, Тояғын һыуға һалырмын, Ямғырҡайым, яу, яу! Майлы бутҡа бирермен, Тәтәй ҡашыҡ бирермен, Ямғырҡайым, яу, яу! Беҙ булайыҡ һау, һау! Бәрәмәстән, ҡоймаҡтан Яу силәктән Яу иләктән! Яу! Яу #ЯмғырТеләү #Йола #УфаМКРБ #УфаРЦНТРБ #2021 #КультураХайбуллы #ЙэнтешАуылы
Comments