Янғын.
Хәйбуллала инде 7 -се көн янғындар хөкөм һөрә, артҡа сигергә уйы ла юҡ ахырыһы. Ниндәй ауырлыҡтар кисергәнен тик шунда, ут эсендә йөрөгәндәр генә белә инде. Исмаһам ней ямғыры ла яумай. Ярҙамға тип төрлө райондарҙан ир-егеттәр, волонтерҙар, МЧС-тар килгәндәр, ауыл халҡы ла, битараф булмаған халыҡ барыһы ла шунда. Арыу-талыу белмәй эшләгән етәкселәргә, ут һүндереүселәргә, волонтерҙарҙың барыһына ла, тәмле ризыҡтарын бешереп ебәргән ҡатын-ҡыҙҙарға, урманда, ауылдарҙа өҫтәл әҙерләп, ашатып йөрөүсе апай, инәйҙәргә, һеңлеләргә, аҡсалата ярҙам итеүселәргә, үҙ өлөштәрен индереүселәргә, ИЛЕМ, ЕРЕМ тип янып йөрөүселәрҙең барыһына ла ҘУР РӘХМӘТ Эшләгән эштәрегеҙ уң булһын, изгелелегеҙ ерҙә ятып ҡалмаһын, меңләтә үҙегеҙгә әйләнеп ҡайтһын Алла бирһә‼
Видеоға материалдар контакт селтәрендә шәхси биттәрҙән, яңылыҡтарҙан, шиғыр юлдары сәсәндәр әйтешенән алынды.
Comments