ҠАЙНАТМАЛАР БАЙРАМЫ.
Мөмкинлектәре сикләнгәндәр ойошмаһы, (етәксеһе Гөлнур Йәнтимер ҡыҙы Наҙарғолова) ауыл китапханаһы, мәҙәниәт йорто, мәктәп менән берлектә "Ҡайнатмалар байрамы" үткәрҙе. Был байрамға Антинган, Аҡъяр, Йәнтеш, Ғәлиәхмәт, Үрнәк ауылдарынан ҡунаҡтар саҡырылды. Әбеш ауылының унганбикэлэре-З. Исмәғилева, В. Торошова, Ф. Илембәтова, Г. Наҙарғолова, Р. Илембәтова, Р Әбделмәновалар үҙҙәренең төрлө- төрлө ҡайнатмаларының рецептары менан таныштырҙылар. Ауылыбыҙҙың ағинәйҙәре Ғәлиә инәй Ибраһимова шиғырҙары, Вәлимә инәй Кызрасова йырҙары менән байрамға ҙур мәртәбә өҫтәне. Үрнәк ауылынан Р. Ишемғолова музыкаль күстәнәс тип, үҙе ижад иткан мөнәжәтен тамашасыларға бүләк итте. Г. Наҙарғолова М. Кәрим һүҙҙәренә яҙылған "Мин кабаттан тыуыр булхам" йырын башҡарып барыһында хайран ҡалдырҙы. Был байрамды үткәреүҙә матди ярҙам күрһәткән ауыл хакимиәте башлығы Т. М. Юнысовҡа, Советтар Союзы Геройы К. Әхмәтшин исемдэге Әбеш урта мәктәбе директоры Р. В. Ниғмәтуллинга, тәмле аштары өсөн Әбеш урта мәктәбенен ашнаҡсылары З. А. Әминевага, Ә. И. Рашитовага ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Һәр ваҡыт берҙәм булайык!
31 октября 2019 года
Comments