Поиск
Ҡышҡы оҙон кистәр.
Ҡышҡы оҙон кистәрҙә ни эшләргә?Первомайка ауылы клубында һәр береһе үҙенә оҡшаған шөғөл таба
Первомайка ауылы халҡы йорт мәшәҡәттәренән бушағандан һуң да ҡул ҡаушырып ултырмай, мәҙәниәт йортона йыйыла. Бында һәр береһе үҙенә оҡшаған шөғөл таба. Кемдер сәмләнеп бильярд йә теннис уйнаһа, икенселәре өр-яңы спорт тренажерҙарында шөғөлләнә. Бынан тыш, ҡатын-ҡыҙҙар бер-береһенән үрнәк алып, башҡорт милли биҙәүестәрен – түшелдеректәр, селтәрҙәр яһау, тегеү-сигеү менән мәшғүлдәр.
Comments