Әлморон.
Был файҙалы үҫемлек, шөкөр, Йәнтҽштә күпләп үҫә.
Йәнтҽш ҡатын -ҡыҙҙары әлморон йыйырға сыҡтылар.
Халыҡ телендә ҡырағай рауза тип тә аталған ҡыуаҡтар йәй башында матур алһыу сәскәләренең хуш еҫен әллә ҡайҙарға таратып ултыра, ә йәй уртаһынан инде һарынан башлап алһыу, ҡыҙыл төҫтәргә ингән емештәре менән тирә-йүнен йәмләп ултыра. Сәскәләре сәйгә хуш еҫ биреп ебәрә, ә күпме шифалы матдә унда!
Емештәре оҙонса булғанлыҡтан бер аҙ эт моронон да хәтерләтә, халҡыбыҙҙың тәбиғәтте әкиәти күрә белеүе шауҡымы – уны элгәре этморон тип атағандар, шул яйлап әлморонға әүерелгән дә инде. Күп кенә төрки халыҡтарҙа ул әле лә үҙ телдәрендә эт мороно атамаһы йөрөтә. Мәҫәлән, әзериҙәрҙә ул – ит бурни. Ҡыҙыҡ, төрөк, әзер һәм ҡайһы бер башҡа төркиҙәрҙә “эт” менән “ит” һүҙҙәре урынын алмашҡан. Шуға төрөк алдында “Башҡорттар ит ашарға ярата” тиеү ниндәй шаҡҡатыризм икәнен күҙ алдына килтерегеҙ! Уларҙың “эт” ашауы беҙгә лә ҡыҙыҡ.
Гөлйемештең еләктәре тураһында көҙөн иҫкә төшөрөрбөҙ, иншалла. Әле сәскәләре тураһында һөйләшәйек. Рауза сәскәләре ҡайнатмаһы тураһында ишеткәнегеҙ, хатта әҙерләгәнегеҙ барҙыр, бәлки. Бәлки тием – беҙҙә был һуңғы йылдарҙа ғына тарала башланы. Мин тәүләп тәмләгәндә хуш еҫенә, тәмлелегенә һоҡландым, әммә сәйҙе хушбуй менән эскәндәй тәьҫир ҡалды. Әммә аҙаҡ үҙем эшләп ҡараным һәм бик оҡшаттым.
Дауа булараҡ, әлморон сәскәләрен балда ҡайнатып, рожа булғанда ябалар. Сәйгә һалынған нәфис алһыу таж йәлберсәктәренең ашҡаҙанға ла, эсәккә лә, теш ҡаҙнаһы боҙолоғанда ла файҙаһы ҙур. Сәләмәтлекте нығыта, хәл индерә.
Был үҫемлекте халҡыбыҙ бик яратҡанлығы Гөлйемеш тигән исем элек бик йыш осрауынан да күренә. Әле лә был матур исем осрап тора.
コメント